9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2012 йыл, 12:58

Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көндәре старт алды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин | фото: Андрей Старостин

Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттар менән рәсми осрашыуҙарға – Асыҡ ишектәр көндәренә старт бирелде. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был мөһим сара «7 шәмбе» программаһы буйынса үткәреләсәк. Йәғни осрашыуҙар алдағы ете аҙна дауамында һәр шәмбе һайын ойоштороласаҡ. Тәүҙә абитуриенттар менән график буйынса факультеттарҙа осрашыуҙар үткәрелә, сара аҙағында дөйөм университет байрамы ойошторола.

Асыҡ ишектәр көндәре 3 ноябрҙә – инженерлыҡ; философия һәм социология; роман-герман филологияһы факультеттарында, 10 ноябрҙә – физика-техник институтында, филология факультетында, хоҡуҡ институтында, 17 ноябрҙә – химия һәм иҡтисад факультеттарында, 24 ноябрҙә – математика һәм мәғлүмәт технологиялары; башҡорт филологияһы һәм журналистика; психология факультеттарында, 1 декабрҙә – биология һәм тарих факультеттарында, 8 декабрҙә география факультетында, Эшҡыуарлыҡ идаралғы һәм хәүефһеҙлеге институтында үтә.

Сара 15 декабрҙә тамамлана. Дөйөм университет сараһы төп корпуста ойошторола.