Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сочиҙа II Бөтә Рәсәй спорт журналистары форум-семинары асылды

Йәмғиәт

Шәмбе, 3 ноябрҙә, Сочиҙа икенсе Бөтә Рәсәй спорт журналистары форум-семинары асылды. Сараны ойоштороусылар булып Рәсәй Олимпия комитеты һәм «Сочи 2014» ойоштороу комитеты ярҙамында РИА Новости медиахолдингы, «Р-Спорт» спорт мәғлүмәттәре агентлығы сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе бындай форум Сочиҙа 2012 йылдың апрелендә үткәрелгәйне, унда 170-кә яҡын спорт журналисы ҡатнашты.

Әлеге форум 5 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Сарала республика һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларынан 200-гә яҡын кеше ҡатнаша.

— Бында донъя кимәлендә танылыу яулаған Рәсәй һәм сит ил журналистарын саҡырҙыҡ, — тине РИА Новости агентлығы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Максим Филимонов. – Улар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, был эшебеҙҙе яҡшыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирер. Сочиҙа үтәсәк Уйындарға тиклем йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды.

Рәсәй Олимпия комитеты президентының матбуғат секретары Мария Киселева журналистарҙы Александр Жуков исеменән сәләмләне.

— Был форум һеҙҙең өсөн генә түгел, ойоштороусылар өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа профессиональ йәһәттән үҫешергә теләйбеҙ, — тине ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть