Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды

Иҡтисад

2 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Республика башлығы предприятие цехтарын, үҙәк келәтте, үҙәк авария диспетчерҙары хеҙмәтен ҡарап сыҡты, газ бүлеү станцияһы пункты төҙөлөшөнә баһа бирҙе. Шулай уҡ ул хеҙмәт коллективы менән аралашты һәм предприятиеның тарих музейында булды.

Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡулланылған яңы технологиялар хаҡында ҡыҙыҡһынды. Предприятиела инженерлыҡ селтәрҙәрен анализлауҙа һәм моделләштереүҙә файҙаланылған геомәғлүмәти система бар. Шулай уҡ газ менән тәьмин итеү процестарына идара итергә мөмкинлек биргән телеметрия технологиялары ҡулланыла.

Газ хужалығында 18 үҙәк авария диспетчерҙары хеҙмәте һәм 65 авария хеҙмәте филиалы эшләй.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡеүәте ҙур һәм үҫеш мөмкинлектәре киң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть