9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2012 йыл, 14:18

Павел Качкаев Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа Өфө халҡы, шулай уҡ республиканың башҡа ҡала һәм райондары граждандары мөрәжәғәт итте.

Салауат ҡалаһында күп фатилы йортта йәшәгән кеше йорт эргәһендә автомобилдәр ҡуйыу урынын булдырыуға ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта был йортта йәшәгәндәрҙең күпселеге был идеяны хуплай. Ир кеше депутаттан был бәхәсле мәсәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны. Павел Качкаев, бындай һорауҙар йорт хужаларының дөйөм йыйылыштарында күпселек тауыш менән хәл ителә, тип яуап бирҙе.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәгән ҡатын депутатҡа территорияны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, ул һыу үткәргес һәм юлдар төҙөүҙе финанслау мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һораны. Ҡатын һүҙҙәренсә, барлыҡ проекттар урындағы халыҡ иҫәбенә әҙерләнгән дә инде. Депутат билдәләүенсә, уларҙы бәләлә ҡалдырмаясаҡтар. Унан да бигерәк, Павел Качкаев 2013 йылға бюджетты планлаштырыу сиктәрендә был территорияны төҙөкләндереүгә средстволар бүлеү мәсьәләһе буйынса булышлыҡ итергә һүҙ бирҙе.

Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутатына коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, торлаҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Осрашыуға килгән граждандарҙың барыһына ла кәрәкле аңлатмалар бирелде, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе депутат үҙ контроленә алды.