10 декабрь, Шәмбе

02 ноябрь 2012 йыл, 13:37

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.

— Үткән йылдар эсендә Күмертау башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың йәмәғәт тормошонда, социаль-мәҙәни өлкәһендә лайыҡлы урын алды, — тип билдәләне Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев. – Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, башҡорт халҡының милли традицияларын һәм мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлау, йәш кадрҙарға ярҙам итеү, башҡорт теле уҡытыусыларын һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәрен ҡеүәтләү буйынса эшмәкәрлек алып барып, минеңсә, ҡоролтай үҙ йүнәлешен дөрөҫ һайлаған.

Шулай уҡ ҡоролтайҙың һуңғы ике йыл эсендәге эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән Күмертау башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Түләгәнова сығыш яһаны. Ҡалала башҡорт телен өйрәнеү хаҡында Мәғариф идаралығы бүлеге начальнигы Земфира Усманова һөйләне. Йыйылышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев сығыш яһаны, ул туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү мәсьәләләренә туҡталды.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы отчет-һайлау йыйылышы резолюцияһында киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне. Улар иҫәбендә – ҡаланың матди һәм рухи тормошонда, уның 60 йыллығын билдәләүгә бәйле әҙерлек сараларында башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы, кадрҙар резервын үҫтереү буйынса муниципаль программала башҡорт йәштәренең ҡатнашыуы һәм башҡалар.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты составына 19 кеше һайланды. Асыҡ тауыш биреү менән рәйес һайланды. Күмертау башҡорттары ҡоролтайын Әлфиә Шәмиғолова етәкләне.