8 декабрь, Кесе йома

02 ноябрь 2012 йыл, 11:31

Стәрлетамаҡта Франция делегацияһы булып китте

автор: Любовь Колоколова

Стәрлетамаҡта Франция делегацияһы булып китте. Визит Башҡортостан менән Франция араһында ҡалаларҙың монопрофилле булыуынан арыныу һәм сәнәғәт зоналары иҡтисадын кластерлы үҫтереү буйынса килешеү сиктәрендә үтте.

Сарала РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты эксперттары, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, уның профилле бүлектәре вәкилдәре, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары хакимиәттәре белгестәре ҡатнашты. Был хаҡта Стәрлетамаҡ хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлегенән хәбәр иттеләр.

Ҡунаҡтар ҡаланың төрлө сәнәғәт предприятиеларында, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында булды. Пленар өлөштә сит ил ҡунаҡтарын төбәктәге өс көньяҡ ҡаланың иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙылар.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә кәрәк, тигән дөйөм фекергә килде.