Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Евро-Өфө-Азия-2012» мода форумы асылды

Йәмғиәт

«Евро-Өфө-Азия-2012» мода форумы 1-2 ноябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Тамашасыларға авторлыҡ коллекциялары күрһәтеләсәк, йәш дизайнерҙар, рәссам-модельерҙар һәм ҡайтанан асылған ательелар үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк.

Йомғаҡлау сараһы 1 ноябрҙә 18 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Шулай уҡ форум сиктәрендә «Текстиль һәм мода» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Баш ҡаланың мода һәм матурлыҡ индустрияһы предприятиеларының абруйын арттырыу, производствоны заманаға ярашлы итеп үҫтереү, предприятиеларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү, шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә бәләкәй бизнесты артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырыу сараның төп маҡсаттары булып тора.

Форумды ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте сығыш яһай. Проект партнеры — «Башҡортостан күргәҙмә компаниһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Теги: мода
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть