Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте сайтында йәштәр өсөн махсус бүлек булдырылды

Иҡтисад

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләләренә арналған яңы бүлек булдырылды.

Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был бүлектә теләгән һәр кем хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр менән танышып, һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтә ала.

Бынан тыш, унда студенттар, уҡыусылар өсөн айырым вакансиялар урынлаштырылған. Шулай уҡ бүлектә 14-18 йәштәрҙәге үҫмерҙәр өсөн ваҡытлыса эш урындары тураһында мәғлүмәт бар.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтының яңы бүлегендә 18-30 йәштәрҙәге ҡыҙ һәм егеттәрҙең резюмелары менән дә танышырға була.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр өсөн бындай вакансиялар һәр Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть