9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2012 йыл, 10:05

Баш ҡалала пенсионерҙар өсөн Халыҡ лекторийы асылды

автор: Эльмира Сабирова

Баш ҡаланың Халыҡ лекторийы – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы менән Өсөнсө быуын халыҡ университеты сиктәрендә тормошҡа ашырылған йәнә бер проект.

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров һүҙҙәренсә, бында гаждандар өсөн аҙна һайын лекциялар ойоштороу планлаштырыла.

— Тәү сиратта, был лекциялар Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алған өлкән йәштәге кешеләр өсөн пенсионерҙарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Өфө хакимиәте етәкселәре һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашлығында үткәрелә, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Халыҡ лекторийында тәүгеләрҙән булып Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов лекция уҡыны.

— Бөгөн Өфөлә 270 мең пенсионер йәшәй, — тине ҡала мэры. – Оло йәштәге кешеләрҙең тормошон лайыҡлы, ҡыҙыҡлы итеү, уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү Өфө хакимиәте менән тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора.

Бер сәғәтлек лекция барышында Ирек Ялалов ололарға төҙөлөштәге, ҡулланыусылар баҙарындағы  хәл тураһында һөйләне, хеҙмәт баҙары, демография темаларына туҡталып үтте. Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәл, инвестициялар йәлеп итеү, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, 2012 йыл аҙағынаса Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында пенсионерҙар өсөн Йәмәғәт һаулығы үҙәген асыу планлаштырыла, ә 2013 йылдан алып бында буласаҡ әсәләр өсөн лекторий ойоштороласаҡ.

Киләсәктә лекцияларҙы онлайн-режимда үткәреү планлаштырыла. Бөгөн Өфөлә Өсөнсө быуын халыҡ университетында 4,5 меңдән ашыу кеше белем ала.