6 декабрь, Шишәмбе

02 ноябрь 2012 йыл, 9:45

Республикала 19 һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә бөгөнгө көнгә 17 ферма комплекслы яңыртылған. Әлеге ваҡытҡа төбәктә йәмғеһе 19 һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылған.

«Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә республиканың 40 районы һәм 85 ауыл хужалығы предприятиеһы 89 ферма төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонт үткәреүгә заявка биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусыларҙың тәүге төҙөкләндерелгән объекттары ҡабул ителде.