8 декабрь, Кесе йома

01 ноябрь 2012 йыл, 16:56

Йыл башынан алып төбәктә тулайым һауым 1,5 миллион тоннаға еткән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың ете районы – Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош хужалыҡтарында 2012 йыл башынан алып бер һыйырҙан дүрт мең килограмдан ашыу һөт һауылған.

Шул уҡ ваҡытта Саҡмағош районы малсылары һауым буйынса биш меңлек сиккә яҡынлашҡан. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Ағымдағы йыл башынан алып был районда һәр һыйырҙан 4829 килограмм һөт һауылған. Уртаса тәүлек һауымы бер һыйырҙан 12,7 килограмм тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып республикала һәр һыйырҙан уртаса 3263 килограмм һөт һауылған. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 280 килограмға күберәк.

2012 йылдың ун айы эсендә Башҡортостанда тулайым һауым 1,5 миллион тоннаға еткән, 588 мең тонна һөт һатылған. Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Илеш һәм Ауырғазы райондары – лидерҙар иҫәбендә.