Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға 66 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан урман янғындарын һүндереү техникаһы һәм махсус ҡорамалдар һатып алыуға 66 миллион 843 мең 200 һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ. Дмитрий Медведев 2012 йылға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына әлеге техника һатып алыуға федераль бюджеттан йүнәлтелгән субсидияларҙы бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға контракттың дөйөм суммаһы 72,8 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Был средстволарға төбәктә 35 берәмек махсус техника һатып алынасаҡ.

Иң ҙур субсидия (100 миллион һумдан ашыу) Иркутск, Свердловск, Амур, Ленинград өлкәләре һәм Байкал аръяғы крайы өсөн билдәләнгән. 2012 йылға урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға федераль бюджеттан бүленәсәк субсидияның дөйөм күләме 3 миллиард 500 миллион һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть