5 декабрь, Дүшәмбе

01 ноябрь 2012 йыл, 14:45

Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары торлаҡ сертификаттары алды

автор: Людмила Терновая

Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары – йәмғеһе туғыҙ кеше торлаҡ сертификаттары алды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. 1031400 һумлыҡ сертификат менән туғыҙ ай дауамында ҡулланырға була, ошо ваҡыт эсендә документ хужалары торлаҡ табырға тейеш.

Йыл башынан алып Туймазыла бындай сертификаттарҙы йәмғеһе 160-тан ашыу кеше алған. Торлаҡ алыуға документтар шулай уҡ Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 12 кешегә һәм күсенеп килергә мәжбүр булған өс ғаиләгә бирелгән. Торлаҡ һатып алыуға средстволар федераль бюджеттан «Федераль закон менән билдәләнгән граждандар категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт бурыстарын үтәү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә бүленгән.