8 декабрь, Кесе йома

01 ноябрь 2012 йыл, 13:47

Өфө - «Етемдәрһеҙ ҡала» бөтә Рәсәй конкурсында абсолют еңеүсе

автор: Эльмира Сабирова

Өфө «Етемдәрһеҙ ҡала» бөтә Рәсәй конкурсында 30127 тауыш йыйып, абсолют еңеүсе булды. Шулай уҡ Калининград (25730 тауыш), Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһы (13233 тауыш) һәм Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһы (12141 тауыш) үҙҙәренең категорияһында лидерҙар иҫәбенә инде.

Ойоштороусылар булып Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы менән берлектә Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды сығыш яһаны.

Бәйгелә илдең 57 төбәгенән йәмғеһе 150 ҡала ҡатнашты.