8 декабрь, Кесе йома

01 ноябрь 2012 йыл, 12:34

Өфөлә «Мин - әсәй!» конкурсы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Шәмбе, 3 ноябрҙә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр һарайында (С.Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт йорто) «Мин — әсәй!» ҡала конкурсы үтә.

Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә 30 йәшкә тиклемге туғыҙ әсә ҡатнашасаҡ.

Сарала ҡатнашыусыларҙы түбәндәге һынауҙар көтә: «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!» тип аталған үҙең менән таныштырыу конкурсы, «Әсәйҙең алтын ҡулдары» кулинария бәйгеһе, «Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө» исемле өйгә эш һәм «Тылсымсы» конкурс-күргәҙмәһе.

Әсәләрҙең сығыштарына мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре баһа бирәсәк.

Конкурсты ойоштороусылар булып Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай.

Ғаилә абруйын күтәреү, шулай уҡ ҡала предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләгән йәштәр араһында ижади бәйләнеш булдырыу, уларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Сара 18 сәғәттә башлана.

темалар: конкурстар