3 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2012 йыл, 11:38

Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы булдырылды

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Көн элгәре Өфөлә үткән «Гражданлыҡ йәмғиәтен һәм территорияларҙы үҫтереү факторы булараҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһы» республика форумы һөҙөмтәһе булараҡ Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы булдырылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары, Рәсәй халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы Президиумы рәйесе Георгий Мурадов һәм «Башҡортостан — Германия» дуҫлыҡ йәмғиәте рәйестәше, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев һөйләне.

Ассоциацияға туғыҙ Дуҫлыҡ йәмғиәте индерелде. Улар иҫәбендә — «Башҡортостан — Германия», «Башҡортостан – Болгария», «Башҡортостан – Ҡытай», «Башҡортостан – Һиндостан», Поляк мәҙәниәте үҙәге, Ғәрәп илдәре, Франция, Израиль менән дуҫлыҡ йәмғиәттәре.

— Халыҡ дипломатияһы территорияларҙы үҫтереүҙә, төбәктәрҙең ыңғай йөҙөн формалаштырыуҙа ярҙам итә алырлыҡ фактор булып тора. Бер Дуҫлыҡ йәмғиәтенә быны башҡарыу ауыр. Шуға күрә уларҙы Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһына берләштерергә булдыҡ.

Республика форумында ҡатнашыусылар Дуҫлыҡ йәмғиәттәренең Кооординация советын булдырҙы. Әлеге Совет Рәсәй халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы составына инеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

— Башҡортостанда Дуҫлыҡ йәмғиәттәрен төбәк кимәлендә бер Ассоциацияға берләштереүгә арналған форум үткәреү беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булды, — тине Георгий Мурадов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ни бары өс төбәк Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы бар. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалаларында урынлашҡан. Башҡортостанда йәмғиәт көслө булғанға күрә, бында көслө Ассоциация булдырылыуын күреп торабыҙ.

Георгий Мурадов билдәләүенсә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡты республиканың «Интеркинд» халыҡ-ара хеҙмәттәшлегенә ингән Мәктәп ассоциацияларын булдырыу буйынса тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Уның фекеренсә, был тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, ғөмүмән, бөтә илгә таратырға була.

Әлеге Агентлыҡ менән Башҡортостан араһында килешеү төҙөләсәк, тип хәбәр итте Георгий Мурадов. Ул республикаға Агентлыҡтың мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға ярҙам итәсәк. 60 илдә урынлашҡан Рәсәйҙең Фән һәм мәҙәниәт үҙәктәре Башҡортостанға ярҙам итергә әҙер.