Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты

Сәйәсәт

31 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Георгий Мурадов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында Башҡортостан менән Агентлыҡтың төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостанды популярлаштырыу йәһәтенән төбәккә ҙур ярҙам күрһәтә ала.

— Әлбиттә, Башҡортостандың БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ менән килешеп эш итеүен теләйбеҙ һәм килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙербеҙ. Ғәрәп һәм Урта Азия дәүләттәре менән эшләү беҙҙе ҡыҙыҡһындыра һәм улар менән бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә алыр инегеҙ. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттары алдынан был илдәрҙе урап сығып, эшлекле бәйләнештәр булдырырға тырышасаҡбыҙ. Агентлыҡҡа яҡшы партнер була алыр инек, тип уйлайым. Коллегаларыбыҙға һәр саҡ уңайлы шарттар булдырабыҙ, үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәйбеҙ, — тине Президент.

Георгий Мурадов билдәләүенсә, Агентлыҡ Башҡортостанға иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йәһәтенән булышлыҡ итергә әҙер. Уның һүҙҙәренсә, Агентлыҡ республика менән килешеү төҙөргә планлаштыра.

— Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында күп күрһәткестәр буйынса беренсе урында килә. Төбәктең абруйы ҙур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Георгий Мурадов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть