3 декабрь, Шәмбе

31 октябрь 2012 йыл, 17:57

Республиканың һыу хужалығы комплексын үҫтереүгә 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

автор: Галина Бахшиева

Төбәктә «2013-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һыу хужалығы комплексын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы раҫланды. Программаны федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан финанслауҙың дөйөм күләме туғыҙ миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дәүләт заказсыһы итеп БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы билдәләнгән.

— Бөгөнгө көндә төбәктә 940-тан ашыу гидротехник ҡоролма файҙаланыла, уларҙан 221 объект хәүефле иҫәпләнә. 142 объект – авария хәлендә, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Был оҙайлы сроклы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә гидротехник ҡоролмаларға капиталь ремонт үткәреләсәк.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа ҙур маҡсаттар ҡуя. Улар араһында – һыу объекттарын рациональ файҙаланыуҙы тәьмин итеү, уларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге, шулай уҡ республиканың социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫеше. Программа сиктәрендә 1153,5 гектар майҙанда һыу объекттарын экологик реабилитациялау күҙаллана.

Илдәге урта күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда һыу ресурстары менән тәьмин ителеү кимәле түбән. Бында яҡынса 13 мең йылға һәм ике меңдән ашыу күл иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күпселеге – аҙ һыулы йылғалар.

Шулай уҡ программа сиктәрендә халыҡты һәм иҡтисад объекттарын һыу баҫыуҙан һаҡлау маҡсатында махсус инженерлыҡ ҡорамалдар төҙөләсәк, йылғаларҙы тәрәнәйтеү һәм уларҙың үҙәндәрен үҙгәртеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ.