7 декабрь, Шаршамбы

31 октябрь 2012 йыл, 16:15

Баш ҡалала «Дуҫлыҡ сәскәһе» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Дуҫлыҡ сәскәһе» балалар милли мәҙәниәттәр фестивале Өфөлә гала-концерт менән тамамланды. «Дуҫлыҡ сәскәһе» программаһы сиктәрендә биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы үтте. Мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы эштәре күргәҙмәге әлеге ваҡытта Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләй.

Саралар Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

— Фестиваль Өфөлә йәшәгән йәш быуындың ижады менән яҡынданыраҡ танышыу, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеген бирә, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Баш ҡаланың күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә сара ҙур өлөш индерә.

Фестиваль ике этапта үткәрелде. Тәүгеһендә район һәм ҡалаларҙа һайлап алыу турҙары ойошторолдо. Икенсе турҙа иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар билдәләнде. Уларҙың номерҙары гала-концерт программаһына индерелде.