6 декабрь, Шишәмбе

31 октябрь 2012 йыл, 15:27

Башҡортостанда федераль контракт системаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Федераль контракт системаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан илдең пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ.

— Ике йыл элек РФ Иҫәп палатаһы менән Башҡортостан Републикаһы хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Был хеҙмәттәшлек сиктәрендә беҙ мөһим темаларҙың береһен билдәләнек – Федераль контракт системаһы тураһындағы законды тормошҡа ашырыу йәһәтенән республика пилот проекты булараҡ сығыш яһаясаҡ. Бының өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар: тейешле структура, үҫешкән сәнәғәт, һөҙөмтәле эшләгән менеджмент, хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡшы эшләүе, — тине 31 октябрҙә Өфөлә үткән «Федераль контракт системаһы – конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы менән република араһында, федераль контракт системаһын тормошҡа ашырыуҙан тыш, башҡа өлкәләрҙә лә эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылған.

— Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы бюджетты формалаштырыуҙа беҙгә методик ярҙам күрһәтә, бөгөн был эштәр тулы көскә алып барыла. Әлбиттә, Иҫәп палатаһы беҙҙе тикшереп тора, был эш федераль һәм республика бюджеттары ресурстары йәһәтенән алып барыла. 2013 йылда федераль контракт системаһын нәҡ беҙҙең республикала, беҙҙең предприятиеларҙа тормошҡа ашыра башлау беҙҙең өсөн генә түгел, тотош ил өсөн дә етди аҙым буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.