5 декабрь, Дүшәмбе

31 октябрь 2012 йыл, 14:38

Өфө эргәһендә яңы сауҙа үҙәктәре асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә йәнә бер ҙур сауҙа үҙәге асыласаҡ. «М7 Молл» комплексы Башҡортостан баш ҡалаһының Ленин районында төҙөлә. Был объектҡа инвестициялар күләме яҡынса 3 миллиард һум тәшкил итә. Унда аҙыҡ-түлек, көнкүреш техникаһы һәм төҙөлөш материалдары гипермаркеттары урынлашасаҡ.

Был хаҡта журналистарға ҡала хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова хәбәр итте. «М7» комплексын 2014 йылға асыу планлаштырыла. Бынан тыш, «ИКЕА» сауҙа үҙәге артында «Столплит» исемле мебель гипермаркеты төҙөлә.

Ольга Краснова һүҙҙәренсә, 1-1,5 миллиард һум күләмендә инвестициялар талап ителә, объектты 2015 йылға файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта Өфөлә йәмғеһе 29 сауҙа, күңел асыу, сервис объекты төҙөлә, уларға инвестицияларҙың дөйөм күләме 26,6 миллиард һум тәшкил итә.