9 декабрь, Йома

31 октябрь 2012 йыл, 13:02

Мәскәү профессоры Башҡорт дәүләт университетында лекция уҡыясаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Иҡтисад фәндәре докторы, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры Рәсүл Мусаев Башҡорт дәүләт университетында лекция уҡыясаҡ. Шулай итеп, өс асыҡ лекция иҡтисад факультетында 7-9 ноябрҙә үтә.  

7 ноябрҙә 12.00-15.00 сәғәттәрҙә профессор – «Рәсәй донъяның сәйәси-иҡтисади картаһында» темаһына, 8 ноябрҙә 11.00-14.00 сәғәттәрҙә «Рәсәй Федерацияһын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең стратегик мөмкинлектәре» темаһына сығыш яһай. 9 ноябрҙә 11.00-14.00 сәғәттәрҙә Рәсүл Мусаев Рәсәйҙең банк системаһы хаҡында һөйләй.

— Лекциялар бушлай үткәрелә, уларға БДУ студенттарынан тыш, теләгән һәр кем килә ала, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Кредит ойошмалары ассоциацияһынан.