Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Федераль контракт системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә

Иҡтисад

31 октябрҙә Өфөлә «Федераль контракт системаһы – конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе» темаһына Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы эшләй башланы. Уны ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, Рәсәй Президенты Хакимиәте, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Төбәктәр үҫеше министрлығы, Финанс министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, ил субъекттарының башҡарма власть органдары, халыҡ-ара, йәмәғәт һәм ғилми ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Конференция сиктәрендә пленар һәм секция ултырыштары үтә. Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса профессиональ диалог алып барыу өсөн майҙансыҡ булдырыу йәһәтенән был тәүге тәжрибә булып тора. Дискуссия һөҙөмтәләре дөйөмләштерелеп, Дәүләт Думаһына йүнәлтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть