6 декабрь, Шишәмбе

31 октябрь 2012 йыл, 12:24

Мәләүездә Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе эшләй башланы

автор: Людмила Терновая

1 ноябрҙә Мәләүездә К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының филиалында Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбенең икенсе төркөмө өсөн уҡыуҙар башлана, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. 100-ҙән ашыу кешенән торған беренсе төркөм ошо көндәрҙә уҡыуын тамамланы. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәләүез районы хакимиәте һәм Мәскәү юғары уҡыу йортоноң филиалы менән ойошторолған проектта Мәләүез механика-технология техникумында, 39-сы һәм 42-се һөнәри лицейҙарҙа белем алған һәм был уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр, Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торған йәш кешеләр ҡатнашты.

Проектта ҡатнашыусылар бәләкәй бизнес өлкәһендә бизнес-планлаштырыу, һалым һалыу, бухгалтер иҫәбе, бизнесты ойоштороу серҙәренә төшөнә, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы программалары менән таныша.

темалар: эшҡыуарлыҡ