9 декабрь, Йома

31 октябрь 2012 йыл, 11:44

Республика Президенты киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәренә төбәктә KPI системаһын ғәмәлләштереү тураһында һөйләне

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа төбәктә KPI (һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре) системаһының ҡайһы бер ауырлыҡтар менән булһа ла ғәмәлләштерелеүе хаҡында хәбәр итте.

— Был системаны ҡабул итмәгән һәм уның буйынса эшләргә теләмәгән кешеләр үҙ ҡарашын белдерә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың бер өлөшө китте, икенсеһе – аңына килде. Был мәсьәлә буйынса ниндәй ҙә булһа хәрәкәт бар, тип әйтергә була. Дүрт-биш күрһәткес менән эш итеү һәм улар өсөн яуап биреү еңеллерәк булыуын кешеләр аңлай башланы. Артабан был мәсьәлә буйынса ниндәй йүнәлеш алыуыбыҙ хаҡында фекер алыштыҡ, шуға күрә теманы ташламай үҫтерәсәкбеҙ. 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса билдәле бер ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, төҙәтмәләр индереләсәк һәм 2013 йылда, шуларҙы иҫәпкә алып, эште дауам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйлап KPI системаһын яңы саҡ индерә башланылар, ә беҙ был форматта эшләй башланыҡ та инде. Рәсәйҙә был системаны Хөкүмәт кимәлендә ғәмәлләштергән беренсе төбәк булып торабыҙҙыр, моғайын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре системаһы республиканың власть органдары эшмәкәрлегенә 2010 йылдың көҙөндә индерелә башланы.