11 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2012 йыл, 10:57

Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерләнеү һәм үткәреү, шул иҫәптән инфраструктура объекттарын, биналарҙы, транспортты әҙерләүҙе ваҡытында финанслау мәсьәләләрен контролдә тота.

Салауат Сәғитовҡа етди бурыстар йөкмәтелгән, тип һәйләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» редакцияһында үткән республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа. Саммиттар айҡанлы бер нисә объект төҙөүҙән тыш, республикаға файҙа килтерә алырлыҡ бәйләнештәр булдырыу ҙа зарур.

— Беҙҙең өсөн иң мөһиме – сараларҙың эстәлеге, — тине Рөстәм Хәмитов. – Объекттарҙы нисек тә булһа төҙөйәсәкбеҙ – был саммиттарҙың тышҡы яғы. Уларҙың эске яғы ла бар. Беҙҙең ил БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек иткән ваҡытта150-гә яҡын сара үткәреләсәк. Уларҙың барыһы ла, әлбиттә, Өфөлә ойошторолмай, әммә 10-15 сараны үҙебеҙҙә үткәрәсәкбеҙ. Улар иҫәбендә – эшлекле советтар, министрҙарҙың, матбуғат вәкилдәренең осрашыуҙары, фестивалдәр.

Республика Президенты һүҙҙәренсә, бының өҫтөндә бөгөндән үк эшләй башларға кәрәк.

— Сарала ҡатнашасаҡ илдәрҙе урап сығып, улар менән фәнни, мәҙәни, эшлекле бәйләнештәр булдырыу зарур, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. –Салауат Сәғитов тап ошоноң менән шөғөлләнәсәк тә инде. Саммиттар айҡанлы объекттар төҙөү графигына контроллек итеүҙән тыш, уға сараларҙы эске яҡтан тулыландырыу бурысы ла йөкмәтелгән. Бындай ҙур сараларҙы үткәреү беҙҙең өсөн иҡтисади йәһәттән йәки башҡа яҡтан файҙалы булырға тейеш. Был бик мөһим, шуға күрә көн һайын был мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк бындай вице-премьер кәрәк булды ла инде.

Президент хәбәр итеүенсә, Өфөлә саммиттар үткәреүгә бәйле ойоштороу мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ офис төҙөү күҙаллана.

темалар: бр президенты