8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2012 йыл, 17:18

Төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға йәштәрҙе йәлеп итеү программаһы тормошҡа ашырыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Екатеринбургта Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Торлаҡ-комуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән Башҡортостан Хөкүмәте һәм башҡа төбәктәр араһында «2013-2014 йылдарға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға йәштәрҙе йәлеп итеү» исемле өс яҡлы килешеү төҙөлдө. «Граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу маҡсатында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән һөҙөмтәле идара итеү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә әлеге докуменҡа ҡул ҡуйылды.

Уның эшендә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, РФ Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Николаева, РФ Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Торлаҡ-комуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин һәм башҡалар ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы исеменән кәңәшмәлә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин һәм уның урынбаҫары Айҙар Суфиянов сығыш яһаны.

Кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү төбәк системаларын булдырыу йәһәтенән «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индреү тураһында»ғы Федераль закон проектын тикшереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.