8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2012 йыл, 16:45

Башҡортостандың Йәштәр палатаһы Республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһын ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2020 йылға тиклем Республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһын ҡабул итте. Бындай ҡарар бөгөн, 30 октябрҙә, өсөнсө саҡырылыш Йәштәр палатаһы ултырышында ҡабул ителде.

Йәштәр тормошонда булған проблемалар, нисек кенә булмаһын, ҡануниәттәге проблемаларға бәйле, тип иҫәпләй Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко.

— Эш ҡануниәттең үҙендә, йәки уны үтәүҙә, йә булмаһа финанслауҙа, — тип билдәләне ул. – Шуға күрә йәштәр тормошон ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү юлы менән яҡшыртмаҡсыбыҙ, ҡануниәт тейешле формаһында эшләһен өсөн, күҙәтеү алып барасаҡбыҙ.

Муниципалитеттарҙың Йәштәр советтары алдында торған бурыстар ҙа билдәләнде. Концепцияға ярашлы, был бурыстар йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларын һәм улар өсөн үҫеш нөктәләрен билдәләүҙән ғибәрәт.

— Әгәр проблема бар икән, беҙ уны хәл итеү юлдарын тәҡдим итәбеҙ. Әгәр үҫеш нөктәләре билдәләнгән икән, улар хаҡында төбәк етәкселегенә еткерәбеҙ һәм финанслауҙы көсәйтергә, йәки йәштәр өсөн мөһим булған йүнәлештәрҙе үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә тәҡдим итәбеҙ.

Быйыл Йәштәр палатаһы республиканың закондар сығарыу органына закон проекттарына унға яҡын төҙәтмә тәҡдим итте, биш закондар сығарыу башланғысы Дәүләт Думаһына тәҡдим ителде. Уларҙың барыһы ла әлеге ваҡытта тикшерелә. Бынан тыш, «Закон сығарыусы» конкурсы ойошторолдо, уның һөҙөмтәләре буйынса 20 эш БР Дәүләт Йыйылышына ла, Дәүләт Думаһына ла йүнәлтелде.