8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2012 йыл, 15:34

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 30 октябрҙә, республика хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренең кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь комплекс өлкәһендәге енәйәттәргә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш мәсьәләләре тикшерелде. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР прокуроры Сергей Хуртин, хоҡуҡ һаҡлау органдары, бер нисә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район прокурорҙары һәм башҡалар ҡатнашты.

Әлеге тема көнүҙәк мәсьәлә булып тора, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Ул күп фатирлы йортта йәшәгән һәр кешегә ҡағыла.

— Тиҫтәләгән йылдар дауамында илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре хаҡында көн дә һөйләйбеҙ. Был проблемалар менән һәр ҡайһыбыҙ таныш. Уларға йорттарҙа, ихаталарҙа, йә булмаһа урамдарҙа тап булабыҙ. Беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә ил буйлап был мәсьәлә халыҡта бихисап һорау тыуҙыра, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала 4 миллион кеше йәшәй, уртаса алғанда торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешгә 20 квадрат метр тәшкил итә, Башҡортостанда – 80 миллион квадрат метр торлаҡ. Уны бағырға, һаҡларға, ремонт эшләп торорға кәрәк. Быға подъездарҙы, ҡыйыҡтарҙы, подвалдарҙы, ихаталарҙы ҡушһаҡ, бағыуға мохтаж байтаҡ территория килеп сыға. Был, әлбиттә, ҙур аҡса талап итә.

Теманы дауам итеп, Президент иҫке торлаҡ мәсьәләһен билдәләне. Өфөлә генә бындай йорттар миллионға яҡын квадрат метр тәшкил итә.

— Иҫке йорттарҙан ҡотолоу өсөн, яҡынса 100 миллиард һум аҡса кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. – Республика бюджеты 135-140 миллиард һум тәшкил итә. Ҙур аҡса талап ителә.

Бындай осраҡта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «булған ресурстарға һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн экономияланған һәр һум ҡәҙерле».

Йәнә бер тема – торлаҡҡа тарифтар.

— Был бик ауыр өлкә, — тип иҫәпләй республика башлығы. – Беҙҙә халыҡ бай йәшәмәй. Уртаса эш хаҡы 20 мең һум тәшкил итә. Һәм, әлбиттә, кешеләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҙур аҡса түләй алмай. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһында коммуналь түләүҙәр Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәне. Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар ун йыл дауамында тиерлек күтәрелгәне юҡ. Бөгөн беҙҙә йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә булған һандар федераль округ буйынса уртаса күрһәткестәрҙән 35-40 процентҡа түбәнерәк, — тине Рөстәм Хәмитов.  

— Хоҡуҡ һаҡлау органдары, контроль-күҙәтеү структураларының ярҙамынан тыш, беҙ, власть, күп нәмәне башҡара алмаясаҡбыҙ, — тине республика башлығы.

Артабан республика прокуроры Сергей Хуртин был өлкәләге алдашыу, урлашыу, хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында һөйләне.

Әйткәндәй, 2008-2012 йылдарҙа ғына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға булышлыҡ итеү фондынан республика 6,5 миллиард һум күләмдә аҡсалата ярҙам алған.

— Был өлөшкә күптәр законһыҙ рәүештә ҡул һуҙырға теләй, — тип иҫәпләй республика прокуроры.

Идара итеүсе компанияларҙың бюджет һәм шулай уҡ граждандар средстволарын тейешле маҡсатта ҡулланмауы эштәге өҙөклөктәргә килтерә.

Ғәйепләнеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу ғына түгел, был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларҙы булдырмау өсөн шарттар булдырыу ҙа прокуратура эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора, тип иҫәпләй Сергей Хуртин.