11 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2012 йыл, 13:56

Интернетта Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур булдырылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Александр Марушин и Григорий Сухарев

Интернетта уникаль проект – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур булдырылды. Бөгөнгө көнгә ул мәмерйәләр буйынса донъялағы иң ҙур тур булып тора.

Мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында әлеге ваҡытта унда инеү тыйыла. 300 метрлыҡ экскурсия маршрутында һүрәттәрҙең күсермәһе генә күрһәтелә.

«Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәре Ольга Уткина һөйләүенсә, фотографтар ҡырҡ метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа төшөп, махсус яҡтыртҡыстар урынлаштырған. Хәҙер ундағы барлыҡ һүрәттәрҙе ҡарап була һәм мәмерйә эсендә виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин, шулай уҡ Шүлгән ер аҫты йылғаһын да күреп була. Алты командировка, дүрт аҙна видеоға төшөрөү, өс ай материалдарҙы эшкәртеү һәм өс меңдән ашыу фото – бығаса бер ҡурсаулыҡ та бындай эште башҡармаған, тип һөйләне милли парк хеҙмәткәрҙәре.

Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап сәйәхәт ҡылыу өсөн ошо сайтҡа инергә мөмкин.