9 декабрь, Йома

30 октябрь 2012 йыл, 12:45

Николай Федоров: «Башҡортостанда дөрөҫ аграр сәйәсәт алып барыла»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

— Башҡортостан ниндәй хәлдә лә ауылға ярҙам итер өсөн көс табасаҡ, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов РФ ауыл хужалығы министры Николай Федоровҡа 29 октябрҙә Өфөлә үткән 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһендә. – Беҙҙең халыҡ эшһөйәр, һәләтле. Нисек кенә ауыр булмаһын, тырышасаҡбыҙ, эшләйәсәкбеҙ.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостан һөт, бал һәм ҡымыҙ етештереү буйынса илдә беренсе урында килә. Шулай уҡ малсылыҡ буйынса ла республикабыҙ тәүге ун төбәк иҫәбенә инә.

— Агросәнәғәт комплексы бөгөн инновацион үҫеш юлына аяҡ баҫа, — тип билдәләне республика Президенты. – Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Яңы шарттар барлыҡҡа килеү айҡанлы ауыл хужалығында булған мөмкинлектәрҙе һәм хәүефтәрҙе асыҡланыҡ, башҡа илдәр менән етди конкуренция алып барырға тура киләсәген яҡшы аңлайбыҙ.

РФ ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, Башҡортостанда дөрөҫ аграр сәйәсәт алып барыла.

— Республиканың дүрт районын ҡарап сыҡтым һәм аграр секторҙың дөрөҫ йүнәлештә үҫешеүенә инандым, — тине Николай Федоров. – Төбәк башлығы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләй икән, беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

Шулай уҡ министр һүҙҙәренсә, ауыл ерендә эшләгән йәш белгестәрҙе йыл аҙағынаса торлаҡ менән тәьмин итеүгә Башҡортостан өҫтәмә рәүештә 55 милион һум аҡса аласаҡ.

— Республика был средстволарҙы үҙләштереп өлгөрһә, өҫтәмә средстволар хаҡында уйлаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Николай Федоров.

Кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың аграр секторында булған төп күрһәткестәр менән таныштырҙы.