3 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2012 йыл, 11:39

Төбәктә көҙгө йәрминкәләрҙә 24 мең тоннанан ашыу йәшелсә, ит һәм бал һатылған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә ауыл хеҙмәтсәндәре 24 мең тоннанан ашыу йәшлсә, ит һәм бал һатҡан. Һатылған ауыл хужалығы продукцияһының күпселек өлөшө картуфҡа тура килә. Сентябрь-октябрь айҙарында төбәктә йәмғеһе 12 мең тоннанан ашыу картуф һатылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.

Бынан тыш, аҙна һайын үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә халыҡ ҡышҡылыҡҡа 5,5 мең тонна һуған, 5 мең тоннаға яҡын кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр, шулай уҡ 1,6 мең тоннанан ашыу ит һатып алған.

— 2012 йылда көҙгө йәрминкәләрҙә һатылған продукцияның дөйөм күләме үткән йыл кимәлендә ҡалған. Шул уҡ ваҡытта быйыл кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишергә хаҡтар былтырғыға ҡарағанда шул тәртиптә 64, 50 һәм 12 процентҡа юғарыраҡ. Һуғанға хаҡ, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 11,2 процентҡа кәмегән, ә бына картуфҡа хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған. Балдың килограмы йәрминкәләрҙә уртаса алғанда 310 һум торған, үткән йыл менән сағыштырмаса, был 4,7 процентҡа арзаныраҡ, — тип билдәләне БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Аида Хәйруллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл алдынан, 15 декабрҙән алып Башҡортостанда ит йәрминкәләре старт ала. Улар 30 декабргә тиклем дауам итә.