9 декабрь, Йома

30 октябрь 2012 йыл, 10:53

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне

автор: Марина Шумилова

29 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә, Республика йортонда яңы Хөкүмәттең тәүге ултырышын үткәрҙе. Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары алдында торған бурыстарҙы атаны.

— Беҙ һеҙҙең менән республиканың башҡарма власын кәүҙәләндерәбеҙ, граждандарыбыҙҙың именлеге, уларҙың йәшәү сифаты өсөн яуаплыбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Һәр берегеҙ үҙенә йөкмәтелгән эш өсөн, ундағы хәл, кадрҙар, финанс сәйәсәте өсөн яуап бирә. Иҡтисади хәл һеҙгә яҡшы таныш: донъя иҡтисадында күҙәтелгән көрсөк күренештәре беҙҙең илдәге хәлгә лә йоғонто яһай. Кире иҡтисади процестарҙы бөтөрөргә тырышабыҙ.

Башҡортостан Президенты Хөкүмәттең республикала яҡшы тормош булдыра алыуына ышанысын белдерҙе һәм бергәләп эш итеү алгоритмдарын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзаларын иң ауыр мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшерергә саҡырҙы. Хөкүмәт коллективы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге уның нисек ойошторолоуынан тора, тип иҫәпләй республика башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составында ундан ашыу яңы ағза бар. Яңы, йәш кешеләрҙең килеүе һәм Башҡортостан власының юғары башҡарма органында күп йылдар дауамында эшләгән тәжрибәле белгестәрҙең булыуы – әлеге үҫеш осоронда республика өсөн иң кәрәк булған состав, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы Хөкүмәт ағзаларын асыҡ диалог алып барырға, заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланырға саҡырҙы һәм эштәрендә уңыштар теләне.