11 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2012 йыл, 9:59

Республика Президенты Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын билдәләне

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

29 октябрҙә Рөстәм Хәмитов республика министрҙарын, Дәүләт комитеттары һәм агентлыҡтар етәкселәрен тәғәйенләне.

БР Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп – Владимир Балабанов, уның урынбаҫары итеп Фидус Ямалетдинов тәғәйенләнде.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын – Сергей Афонин, Финанс министрлығын – Рузалия Хисмәтуллина, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын – Рәмил Исҡужин, Һаулыҡ һаҡлау министрлығын – Георгий Шебаев, Мәҙәниәт министрлығын – Әминә Шафиҡова, Мәғариф министрлығын – Әлфис Ғаязов, Урман хужалығы министрлығын – Рәжәп Нәбиуллин, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын – Андрей Иванюта, Ауыл хужалығы министрлығын – Николай Коваленко, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығын – Ленара Иванова, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығын – Алексей Карпухин, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын – Илдар Һаҙыев, Иҡтисади үҫеш министрлығын Александр Марьин етәкләне.

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетын – Сергей Новиков, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетын – Камил Мансуров, БР Тарифтар буйынса дәүләт комитетын – Фәдис Сәлимгәрәев, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетын – Рөстәм Камалетдинов, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын Ильяс Мөниров етәкләне.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе итеп – Борис Мелкоедов, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ етәксеһе итеп – Илдар Ямалов, Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе итеп Артем Колесников тәғәйенләнде. Александр Васильев Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡты етәкләне.

Архив эштәре буйынса идаралыҡты – Әхмәт Хисмәтуллин, Втеринария идаралығын – Вәкил Буранбаев, Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығын – Альмира Солтанова, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығын – Альмира Ғәниева, Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары реестрын алып барыу буйынса идаралыҡты – Нәилә Ғәлиева, Дәүләт торлаҡ инспекцияһын – Илдар Замалетдинов, Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса идаралыҡты – Ринат Ғәлимов, Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһын Шамил Ғәлиев етәкләне.