6 декабрь, Шишәмбе

29 октябрь 2012 йыл, 16:18

Павел Качкаев РФ Президенты ҡарамағындағы Эксперттар советы ултырышында ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев РФ Президенты ҡарамағындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса эксперттар советы ултырышында ҡатнашты. Ул торлаҡ кооперативтарының һәм идара итеүсе компанияларҙың үҙен үҙе көйләүсе ойошмаларын булдырыу һәм уларға инеү тәртибе, граждандарҙың капиталь ремонт өсөн аҡса түләүе, күп фатирлы йорттарға ремонт үткәреү буйынса пландар төҙөү мәсьәләләренә арналды.

Шулай уҡ ултырышта ике закон проекты тикшерелде, уларҙы Дәүләт Думаһы депутаттары ноябрҙә ҡарарға планлаштыра. Был закон проекттары капиталь ремонтҡа һәм күп фатирлы йорттар менән идара итеү өлкәһендә үҙен үҙе көйләүсе ойошмалар булдырыуға бәйле. Документтар Төбәктәр үҫеше министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Финанс министрлығы, йәмәғәт ойошмалары һәм бер нисә идара итеүсе компания вәкилдәре менән бергә тикшерелде.