5 декабрь, Дүшәмбе

29 октябрь 2012 йыл, 15:13

Николай Федоров менән Рөстәм Хәмитов М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында булды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Динар Кәлимуллин

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дүшәмбе, 29 октябрҙә, М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында булды. Улар комплекстың яңы, дүртенсе участкаһын ҡараны.

Ауыл хужалығы министры предприятиеның ҡасан тулы ҡеүәтенә эшләй башлауы, проектты инвестициялау күләме хаҡында ҡыҙыҡһынды. Инвестициялау күләме 6,6 миллиард һум тәшкил итә, бөгөнгө көнгә 4,7 миллиард үҙләштерелгән, тип һөйләнеләр комплекс вәкилдәре. Төп инвестор булып Россельхозбанк сығыш яһай.

Николай Федоров менән Рөстәм Хәмитов малды ҡул менән тейәү пунктын ҡараны, унда хәҙер яңыртыу эштәре алып барыла, был линияны автоматлаштырыу планлаштырыла. Артабан улар производство бүлмәләренең температура режимын һәм вентиляцияһын контролдә тотҡан автоматлаштырылған идара итеү пунктын ҡараны. Әлеге ваҡытта һәр корпустың үҙенең идара итеү пункты бар, киләсәктә уларҙы бер үҙәк пунктҡа күсерәсәктәр.

Ауыл хужалығы министры предприятиела ҡулланылған мал аҙығының сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Ҡошсолоҡ комплексының үҙенең ҡатнаш аҙыҡ заводы бар, малсылар мал аҙығының сифатын һәм составын үҙҙәре контролдә тота ала, тип һәйләнеләр министрға. Рәсәйҙең аграр ведомствоһы башлығы комплекс хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Уға һөйләүҙәренсә, предприятие торлаҡ комплексын төҙөргә планлаштыра.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика етәкселеге был комплексты төҙөүҙә ярҙам итәсәк. Николай Федоров, проектҡа Рәсәй кимәлендә лә ярҙам күрһәтеләсәк, тип һүҙ бирҙе.