3 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2012 йыл, 13:16

Төбәктә Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында ҡатнашыу өсөн делегация составы билдәләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында Башҡортостан Республикаһы исеменән 75 делегат һәм ойоштороу комитеты менән махсус саҡырылған 15-кә яҡын ҡунаҡ сығыш яһаясаҡ, улар араһында артистар, рәссамдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Сара 6-9 декабрҙә Ҡазанда үтә.

«Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Рәмил Бигнов һүҙҙәренсә, Башҡортостан делегацияһы составына йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, артистар, татар теле уҡытыусылары, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингән.

– Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре конгрестың төп пленар ултырышында, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәрҙә сығыш яһаясаҡ, — тип хәбәр итте Рәмил Бигнов. – Бөтә донъя татарҙары конгресының съезы һәр биш йыл һайын үткәрелә. Йола буйынса, унда Рәсәйҙә һәм донъяла татарҙар берләшмәһенең роле һәм урыны мәсьәләләре ҡуҙғатыла, илдәге милли үҫеш стратегияһы тикшерелә, — тип һөйләне Рәмил Бигнов.