11 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2012 йыл, 12:31

Өфө «Етемдәрһеҙ ҡала» конкурсында беренсе урында килә

автор: Эльмира Сабирова

«Етемдәрһеҙ ҡала» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар өсөн онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, Өфө, 29 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 24787 тауыш менән беренсе урында килә. 24008 тауыш йыйып, Калининград икенсе урын биләй. Артабан Ступино, Дербент, Волжский, Силәбе, Саранск, Прохладный, Нижневартовск, Череповец ҡалалары килә.

Конкурс апрелдән алып Рәсәйҙең 150 ҡалаһы араһында үткәрелә. Уны ойоштороусылар булып Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы менән берлектә Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды сығыш яһай.

Онлайн-тауыш биреү 1 ноябргә тиклем дауам итә. Тауыш биреү «Я-родитель» порталында үткәрелә.