Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикаға эш визиты менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры килде

Иҡтисад

29 октябрҙә Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Визит барышында Николай Федоров бер нисә объектҡа, атап әйткәндә, М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына, «Башҡорт бройлеры» ябык акционерҙар йәмғиәтенә, Бәләбәй һөт комбинатына, «Тюльпан» крәҫтиән хужалығына һәм «Таврос» идара компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агрохолдингына барырға планлаштыра.

Бынан тыш, ауыл хужалығы министры 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһендә ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть