9 декабрь, Йома

29 октябрь 2012 йыл, 10:08

Башҡортостанда йәш ғалимдарҙың иң яҡшы инновацион проекттары конкурсы старт алды

автор: "Башинформ"

29 октябрҙә Өфөлә Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фондының «УМНИК» программаһы буйынса инновацион проекттар конкурсының йомғаҡлау сессияһы эшләй башланы.

БР Фәндәр академияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, финалда 43 иң яҡшы проект авторы ҡатнашасаҡ. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын түбәндәге биш йүнәлеш буйынса тәҡдим итәсәк: «Мәғлүмәт технологиялары», «Киләсәк медицинаһы», «Заманса материалдар һәм уларҙы эшләү технологиялары», «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары», «Биотехнологиялар».

Проекттарға эксперттар комиссияһы баһа бирәсәк. Уның составында юғары уҡыу йорттары һәм ғилми-тикшеренеү ойошмаларының алдынғы белгестәре, республика Фәндәр академияһы ғалимдары һәм башҡа белгестәр бар.

Конкурсҡа йомғаҡ 30 октябрҙә яһала. Еңеүселәрҙең проекттарын Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды финанслаясаҡ.