10 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2012 йыл, 9:42

30 октябрҙә Өфөлә «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы үҙәге» асыла

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөлә «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы үҙәге» асыла. Тантаналы сара 30 октябрҙә үтә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Баш ҡалала Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы – ул 130-ҙан ашыу команда, улар ике меңгә яҡын ҡатнашыусыны берләштерә.

— Клуб структураһында бер нисә лига: мәктәп уҡыусылары араһында – «Юниор Лига», студенттар араһында – «Лига Премьер», тәжрибәле студенттар командалары өсөн — «Юғары Өфө лигаһы» һәм Башҡортостан Республикаһы ҡалаларының башҡа лигалары, — тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат үҙәгенән. – Әлеге лига миҙгелдәренән тыш, ҡала өсөн мөһим булған йәнә бер нисә сара ойошторола: «Волга буйы» һәм «Мэр Кубогы» үҙәк лигалары, юғары уҡыу йорттары командалары араһында — «Дуҫлыҡ Кубогы», йәй көнө паркта асыҡ майҙанда «Йәйге Кубок» үткәрелә.

«Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы үҙәге»н асыу тантанаһы шаршамбы, 30 октябрҙә, Шафиев урамы, 12/2 адресы буйынса үтә. Башлана – 15.00 сәғәттә.