4 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2012 йыл, 16:40

Бер йыл эсендә Өфөлә 49 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда Өфөлә 49 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса көҙгө экологик айлыҡ сиктәрендә генә баш ҡалала ултыртылған ағастар һаны яҡынса 23 меңгә еткән.

Бынан тыш, ағымдағы йыл башынан алып Өфөлә 11 меңгә яҡын ҡарт һәм ҡыу ағас бысылған.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылға тиклем Өфөлә 10 яңы сквер булдырыу планлаштырыла. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре буйынса яҡынса эскиз проекттары әҙерләнгән һәм тикшереүгә тәҡдим ителгән.