Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Октябрьский Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары иҫәбенә инде

Сәйәсәт

2011 йыл өсөн «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Октябрьский ҡалаһы II категорияла (100 меңдән алып һәм унан да ашыу халҡы булған ҡала биләмәләре, ҡала округтары) еңеүселәр иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Октябрьский ҡалаһы III дәрәжә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән наградланасаҡ. Был урынды уның менән йәнә ике муниципаль берәмек – Краснодар крайының Новороссийск ҡалаһы һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһы бүлеште. Еңеүселәр араһында бүленәсәк дөйөм премия фонды 100 миллион һум тәшкил итә.

«Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә бөтә Рәсәй конкурсы икенсегә үткәрелде. Быйыл унда илдең 105 муниципаль берәмеге ҡатнашты. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән муниципалитеттарҙың әүҙемлеген арттырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең сифатын яҡшырытыу, шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн күркәмләү өсөн ярыш мөхитен булдырыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть