11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2012 йыл, 14:53

Республиканың 16 районында һуңғы көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һуңғы көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.

— 27 һәм 28 октябрҙә республиканың 16 муниципаль районында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Дөйөм алғанда был көндәрҙә 70-тән ашыу сауҙа итеү урыны ойошторола, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Аида Хәйруллина.

2012 йылғы йәшелсә йәрминкәләренә йомғаҡ алдағы аҙнала яһала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл алдынан, 15 декабрҙән Башҡортостанда ит йәрминкәләре старт ала. Улар 30 декабргә тиклем эшләйәсәк.