Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты Харьков милли университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты менән Харьков милли университеты хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Юғары уҡыу йорттары араһында ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү эшмәкәрлеге өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү ҡарала.

БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, В.Н.Каразин исемендәге Харьков милли университеты ректоры Вил Бакировтың Башҡорт дәүләт университетына визиты сиктәрендә документҡа ҡул ҡуйылды. Ул, әйткәндәй, Өфөлә тыуған, шуға күрә республика тормошо менән бик тә ҡыҙыҡһына.

Ректорҙар үҙҙәренең юғары уҡыу йорттары тарихы һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне, бөгөнгө абитуриенттар һәм белем биреү сифаты тураһында фекер алышты. Вил Бакиров университеттарҙың бер нисә йүнәлештә – фән, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүенә ышанысын белдерҙе.

— Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү минең өсөн оло хөрмәт. Әлеге осрашыу һәм документ беҙҙең алда бергәләп эшмәкәрлек алып барыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыр, тип ышанам, — тине Вил Бакиров.

БашДУ ректоры Әхәт Мостафин, үҙ сиратында, хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һаласаҡ фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть