10 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2012 йыл, 12:42

Башҡортостан Хөкүмәтендә вәкәләттәр бүленде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһында башҡарма власть органдары структураларын камиллаштырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә вәкәләттәр бүленде. Шулай итеп, бер нисә министрлыҡ һәм ведомство туранан-тура Башҡортостан Президентына буйһона. Улар – Финанс министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрын алып барыу буйынса идаралыҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы, Дәүләт торлаҡ инспекцияһы эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Мәғариф министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы, Архив эштәре буйынса идаралыҡ, Мотлак медицина страковкаһы территориаль фонды дәүләт учреждениеһы эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ һәм Башҡортостан Республиаһының Фәндәр академияһы эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев Ауыл хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, БР Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, Ветеринария идаралығы эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты, БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, БР Территориаль үҫеш буйынса агентлығы эшмәкәрлегенә контроллек итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Туризм буйынса агентлығы, БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы эшмәкәрлегенә конроллек итә.

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерләнеү һәм үткәреү мәсьәләләренә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов контроллек итәсәк.