11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2012 йыл, 11:46

Республика Президенты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын тәғәйенләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын тәғәйенләне. Тейешле указдарға республика башлығы 24 октябрҙә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп Ноғоманов Рәүф Сәмиғулла улы тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе итеп Тажетдинов Илшат Азамат улы тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары итеп Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы, Исаев Эрнст Фәрит улы, Маврин Евгений Викторович, Мәһәҙиев Марат Шәриф улы, Сәғитов Салауат Тәлғәт улы, Шаронов Дмитрий Владимирович тәғәйенләнде.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.