6 декабрь, Шишәмбе

26 октябрь 2012 йыл, 11:23

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составын раҫланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составында Премьер-министрҙың туғыҙ урынбаҫары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары раҫланды. Тейешле ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Төбәк башлығы Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органдары структураларын камиллаштырыу буйынса саралар билдәләне.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бөтөрөлдө.

Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙгәртеләсәк. Уға Башҡортостан Республикаһы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы ҡушыла.

Республикала дүрт агентлыҡ булдырыла. Башҡортостан Республикаһының бөтөрөлгән Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының киң коммуникациялар, нәшриәт-полиграфия эшмәкәрлеге, баҫма продукция таратыу һәм телекоммуникация селтәрҙәрен үҫтереү өлкәһендәге функцияларын Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығына йөкмәтте.

Шул уҡ министрлыҡтың элемтә һәм мәғлүмәтләштереү өлкәһе яңы булдырылған Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығына тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туризм өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығына үҙгәртелде. Бөтөрөлгән Дәүләт комитетының эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге функциялары Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылды.

БР Хөкүмәте составында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Территориаль үҫеш буйынса агентлығы булдырылды.

Үҙенең ҡарары менән республика башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составына түбәндәгеләрҙе индерҙе:

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары;

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының алты урынбаҫары;

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары;

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры;

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры;

Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры;

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры;

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры;

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры;

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры;

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры;

Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры;

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры;

Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры;

Башҡортостан Республикаһының финанс министры;

Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры;

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһының Территориаль үҫеш буйынса агентлығы етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығы етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе;

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрын алып барыу буйынса идаралығы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы;

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы.