8 декабрь, Кесе йома

26 октябрь 2012 йыл, 9:33

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтен етәкләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында башҡарма власть органдары структураларын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаларының эшмәкәрлеге менән етәкселек итә, тиелә документта.

Был указға ярашлы, республика башҡарма власть органдарына Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары (республика агентлыҡтары, комитеттары, идаралыҡтары, комиссиялары,инспекциялары) ҡарай. Республика Хөкүмәте составында – республика премьер-министрының туғыҙ урынбаҫары: улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, премьер-министрҙың тармаҡтар буйынса алты урынбаҫары, шулай уҡ Хөкүмәт Аппараты етәксеһе һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, икеһе лә – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһында.