8 декабрь, Кесе йома

24 октябрь 2012 йыл, 16:17

Өфөлә Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалының яңы корпусы асылды

автор: Марина Шумилова

24 октябрҙә IV Бөтә Рәсәй социология конгресы ултырышы сиктәрендә Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалының яңы корпусын асыу тантанаһы үтте. Яңы уҡытыу бүлмәләре Өфө үҙәгендәге ремонтланған бинала урынлашты. Был шатлыҡлы ваҡиға менән юғары уҡыу йорто уҡытыусыларын һәм студенттарын Рәсәй дәүләт социаль университеты проректоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок ҡотланы.

— Башҡортостан Республикаһында студенттарға, белем биреү процесына булған мөнәсәбәт ҡыуандыра, — тип билдәләне Владимир Коваленок. – Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов, ҡала етәкселеге юғары уҡыу йортоноң яңы корпусы өсөн бындай майҙандар бүлеү мөмкинлеген тапҡан икән, тимәк, республиканың киләсәге бар.

Яңы корпусты асыу менән Өфө филиалы коллективын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, социаль өлкә өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләгән, шулай уҡ республикала Өсөнсө быуын халыҡ университеттарын асыу буйынса эшмәкәрлек алып барған был уҡыу йортоноң яңы корпусы Өфөнөң тарихи урынында урынлашҡан, ҡасандыр әлеге бинала ҡала идаралығы булған һәм был, әлбиттә, юғары уҡыу йортона мәртәбә өҫтәй.